Гөлназ Роберт ҡыҙы – Мораҡ ауылынан. Хәтимә менән Роберт Маннановтарҙың татыу ғаиләһендә тәүге шатлыҡтары булып донъяға килгән. Маҡсатлы ҡыҙ кескәй генә сағынан табип булырға хыялланған. Ҡыҙҙарының ошо юлды һайлауға, һис шикһеҙ, ата-әсәһенең дә үҙ ғүмерҙәрен изге һөнәрҙәргә бағышлауы йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Хәтимә Вәлиәтдин ҡыҙы Салауат медицина училищеһын тамамлап ҡайтҡандан һуң Мораҡ үҙәк район дауаханаһының инфекция бүлегендә 37 йыл шәфҡәт туташы булып эшләй, Роберт Хөснулла улы ғүмерен ҡотҡарыусы һөнәренә арнаған, ул 1983 йылдан ошо өлкәлә хеҙмәт итә, тиҫтә йылға яҡын райондағы ошо хеҙмәтте етәкләй.
Ата-әсәһенең лайыҡлы өлгөһөндә тәрбиәләнгән ҡыҙ мәктәптә лә һынатмай. Бала саҡтан күңеленә һалып ҡуйған хыялына тоғро ҡалып, тырышып уҡый, айырыуса биология, химия фәндәрен төплө өйрәнә. Тырыш ҡыҙға башҡа фәндәр ҙә ауыр бирелмәй, шуға мәктәпте көмөш миҙалға тамамлап, маҡсатына өлгәшә – Башҡортостан дәүләт медицина университетының педиатрия факультетына уҡырға инә. Үҙ һөнәреңде, эшеңде биш бармағыңдай белеү өсөн ныҡлы нигеҙ кәрәк, айырыуса кеше һаулығы, уларҙың ғүмерҙәре өсөн яуаплы белгестәргә. Гөлназ Роберт ҡыҙы һайлаған һөнәренең барлыҡ нескәлектәрен төптән аңлау өсөн ҙур тырышлыҡ һала.
Мораҡ үҙәк район дауаханаһында интернатура үткәндән һуң, йәш белгес үҙенең хеҙмәт юлын тыуған ауылында балалар табибы булараҡ башлай. Йәш белгескә эскерһеҙ сабыйҙар менән эшләү, берҙән, күңелле булһа, һөйләшә белмәгән, ҡайһы ерҙәре ауыртыуын аныҡ ҡына аңлата алмаған кескәйҙәр менән аралашыуҙың ауырлыҡтары ла табыла. Аҡ халатлы белгескә күтәрелеп ҡарарға ла ҡурҡып ултырған саҡтарында һәр ҡайһыһына йылы һүҙ табып, күңелен ҡанатландырып ебәрергә лә, тик яҡшыға өмөт уятырға ла ваҡыт таба Гөлназ Роберт ҡыҙы.
Уның дауаханала эшләй башлауына тиҫтә йыллап ваҡыт үткән, ул хәҙер – тәжрибә туплаған, коллективта үҙ кешегә әйләнгән табиптарҙың береһе. Һәр эшкә төплө ҡарарға өйрәнгән, бурысын еренә еткереп үтәгән белгескә участка табип-педиатры вазифаһы менән бергә балаларҙы көндөҙгө стационарҙа дауалау эшен дә ышанып тапшырғандар.
Гөлназ Роберт ҡыҙы хеҙмәтләндергән участкала – 800-ләп бала. Участка педиатрҙары иңдәрендә, ауырып киткәндәрҙе ҡабул итеүҙән тыш, бер йәшкә тиклемге сабыйҙарға патронажға барыу, физик мөмкинлектәре сикләнгән булараҡ иҫәптә торғандарҙы контролдә тотоу һәм башҡа бурыстар ята. Шулар менән бер рәттән пациенттарҙың сәләмәтлеген нығытыу һәм сирҙәрҙе иҫкәртеү яғынан да күп эшләргә тура килә уларға.
– Эштәребеҙ планға ярашлы бара. Үҙебеҙгә ҡараған участкаларҙа киҙеүгә ҡаршы вакцинация үткәрҙек, мәктәпкәсә йәштәге балаларға, уҡыусыларға прививкалар эшләнде.
Табип булараҡ, Мораҡ дауаханаһында эшләү осорондағы күҙәтеүҙәремә ярашлы, һуңғы йылдарҙа балалар араһында күреү һәләте йылдан-йыл кәмей бара. Мәҫәлән, балаларға медицина тикшереүе үткәргән ваҡытта күптәрҙең күҙҙәре насар күреүе асыҡлана. Быға, әлбиттә, хәҙерге балаларҙың телевизорҙан һәм телефондан айырылмауы сәбәпсе, тип уйлайым.
Һуңғы йылдарҙа эсәк-ашҡаҙан ауырыуҙарынан яфаланыусылар һаны ла арта. Был сир баланың дөрөҫ туҡланмауына бәйле. Составында консерванттар самаһыҙ күп булған аҙыҡ ашау, һут эсеү ошо сирҙәргә килтерә.
Тағы ла үҫмерҙәр умыртҡа һөйәге сирҙәре – сколиоз менән йонсой. Былар инде баланың йәшәү рәүешенә бәйле. Төрлө гаджеттар менән саманан тыш мауығыу, спорт менән шөғөлләнмәү – сиргә юлыҡтырыусы төп факторҙар. Үҙ йәшенә тап килмәгән модалы аяҡ кейеме кейеү, уҡыусылар өсөн яраҡлаштырылмаған рюкзак-сумкаларҙы йөрөтөү кәүҙәнең дөрөҫ формалашмауына килтерә. Күп ултырыу ҙа зыянлы. Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, 12 – 17 йәшлек егет-ҡыҙҙар баштарын гел аҫҡа эйеп, телефонға текәлеп йөрөй. Тимәк, үҫмерҙәрҙең кәүҙәһе шул килеш формалашасаҡ. Егет-ҡыҙҙарҙы спортҡа ылыҡтырырға кәрәк, бәләкәй саҡтарынан ата-әсә өйрәтһә, аҙаҡ үҙҙәре лә күнегеп китәсәк. Физик күнегеүҙәрҙең бер кемгә лә зыян иткәне юҡ әле, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Гөлназ Роберт ҡыҙы әңгәмәләшкәндә.
...Ҡатын-ҡыҙ бәхете нимәлә? Яратҡан эшеңдән тыш, яратҡан кешең – һине ярты һүҙҙән аңлаған ишең булыуҙа, һөйгәнең менән донъя ҡороп, балалар үҫтереүҙә. Гөлназ Роберт ҡыҙы һәр яҡтан да бәхетле, донъяһы – түңәрәк, күңеле бөтөн уның.
Мораҡ ауылы егете Радик Ғайса улы менән ғаилә ҡороп, уртаҡ донъя көтөүҙәренә ун йылдан ашыу ваҡыт үтеп киткән. Радик – һөнәре буйынса ҡотҡарыусы, райондың Берҙәм дежур диспетчерлыҡ хеҙмәтенә етәкселек итә. Йәш ғаиләлә ике ул – Артур менән Азат үҫә. Эштәренең тынғыһыҙ һәм ауыр булыуына ҡарамаҫтан, улар ғәзиздәрен иғтибар-хәстәренән, һөйөү-наҙынан мәхрүм итмәй. Йәшлек дәртен эшкә егеп, өйөндә лә, эшендә лә өлгөргән матур пар күркәм йорт һалып сыҡҡан, ата-әсәһе, туғандары өлгөһөндә лайыҡлы донъя көтә.
Райондың тотҡаһы булырҙай бына шундай белемле, алдынғы ҡарашлы, тәртипле йәштәр булғанда, һис шикһеҙ, киләсәк өсөн күңел тыныс.
Күгәрсен районы.