Ниһайәт, республикабыҙ алғы һыҙыҡҡа, яңырыу осорона күсте кеүек. Был ауыр юлды берҙәмлектә еңеллек менән үтергә яҙһын. Иншалла!
Миңә, ил инәһе, милләт әсәһе булараҡ, республикабыҙ яҙмышындағы һәр уңыш оло ҡыуаныс булһа, һәр уңышһыҙлыҡ – көйөнөс. Шуға ла халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб апайым Биишеваның “Атайымдың васыяты” шиғырында атаһы ауыҙынан әйттерелгән ҡиммәтле, тәрән мәғәнәле васыятын етәксебеҙ Радий Хәбировҡа еткергем килә.
ХIХ быуатта тыуып, ХХ быуат башында йәшәгән, заманының күренекле мәғрифәтсеһе ҡартатайым Абдулла Биишев исеменән әйтелгән васыят ХХI быуат кешеләренә, бигерәк тә юғары вазифалы шәхестәргә, “белеклегә ишара” тигәндәй, фәһемле лә, урынлы ла булыр кеүек. Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһендә лә васыятта күрһәтелгән кеше мәнфәғәттәренән сығып эш итеү төп урынды ала. Шулай ҙа ҡарттар васыятын уҡып, фекер яңыртыу уның эшенә зыян килтермәҫ, киреһенсә, халыҡ ышанысын яҡлау, алдына алған маҡсаттарын уңышлы үтәү өсөн эшлекле пландар, яңы фекерҙәр, ихтирамлы мөнәсәбәттәр булдырыуҙа ярҙам итер тип уйлайым.
Һеҙҙең башланғысығыҙ Башҡортостандың элеккесә алдынғылар рәтендә урын аласағына ҙур өмөт тыуҙыра. Был осраҡта ололар һүҙен, ил Башлығы булараҡ, кеше яҙмышына ҡағылышлы ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл иткәндә тотоу, уны оҫта ҡуллана белеү мөһим. Етәкселә кешелеклелек сифаты булыуы – үҙе үк аҡыллылыҡ билдәһе.
Был васыят Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировҡа халыҡтың әйтер һүҙе – аманаты булып яңғыраһын.
Атайымдың васыяты...Кемдән генә ҡалмай, һай, был донъя?!
Яҡшы, яманды ла ер ала.
Таш ҡаялар, мәрмәр һарайҙан да
Ҡайсаҡ түбәләстәй ер ҡала.
Көслөмөн тип шашынып ҡан ҡойған да,
Йәш ҡойған да бара бер ергә.
“Ер кендегемен” тип лаф орған да
Һыя бер саҡ шул уҡ тар гүргә.
Тик яҡшылыҡ ҡала яҡшыларҙан,
Йөрәктәрҙә балҡып, яҡтырып.
Ямандарҙан ҡала яман ниәт –
Ирмен тигән иргә хәсиәт.
...Улым, тыңла, ихлас әйтеү әйтәм,
Һиңә минән һуңғы васыят.
Ата васыятын изге һаҡлау –
Ирмен тигән иргә хәсиәт.
Ғүмер ҡыҫҡа, улым, мал, дан ҡыума.
Осһоҙ уңыштарға һөйөнмә.
Ахмаҡтар, яуыз, батырам тип,
Соҡор ҡаҙыр, ә һин көйөнмә.
Мең йәшәрҙәй булып тырышып эшлә.
Бер көн торам, тип ҡыл яҡшылыҡ.
Ил күңелендә ҡалһын аманатың,
Таң сулпаны кеүек яҡтырып.
...Тыуған ерҙе ярат. Ул бит һинең
Йәшәү һуты биргән төйәгең.
Тыуған илде һаҡла. Үлгәндә лә
Үҙ ереңә ятһын һөйәгең.
Сит ерҙәрҙә солтан булғансы, һин
Олтан бул, тим, тыуған ереңдә,
Белмәй әйтмәгән ул ата-баба.
Кеше көслө тик үҙ илендә.
...Балаларҙы ҡаҡма, аталарҙы,
Әсәләрҙе яҡла, хөрмәтлә.
Күкрәк һөтөн биреп, ир еткергән
Әсәң лайыҡ оло хөрмәткә.
Кеше йөҙө менән йөҙлө булма,
Кеше аҡылы менән көн итмә.
Үҙеңсә бул, көнгә-төнгә ҡарап,
Үҙ йөҙөңдө һис тә үҙгәртмә.
Ҡылыҡ итмә көслө эргәһенән
Бүрек һалып бейеп үтергә.
Көсһөҙ ҡаршыһында, ғәйрәтләнеп,
Көслөмөн тип күҫәк күтәрмә.
...Хәйлә, мәкер, ялған, ғәйбәт, яла
Боҙоҡ күңелдәргә хас булыр.
Ундайҙарҙан алыҫ булһаң ғына,
Йөҙөң яҡты, эшең хаҡ булыр.
Һәр бер ялтыраған алтын булмай,
Бар тараф та түгел ҡибла.
Аҫыл ынйылар бит, бата-сума,
Диңгеҙ төпкөлөнән табыла.
Тура ҡарап, үтә күреп атла,
Ямандарға бирмә ҡулыңды.
Изге ниәт ерҙә ятып ҡалмай –
Яҡшы дауам итер юлыңды.
1978.
Фото:
ufa.bezformata.com