Новости
14 Ғинуар 2020, 13:00

"Нисек кенә таң аттырырбыҙ?.."

Бөтәһе лә шәмбе көн башлана. Ун йәшлек Алмас Шәрәфетдинов тубығын сыйҙыра. Кискеһен малайҙың хәле насарлана, башы әйләнә, аяҡ һәм ҡулдарында таптар барлыҡҡа килә, төнгә табан башы шешенә. Ҡурҡыуға төшкән әсә такси саҡыртып, улын егерме саҡрымдағы ҡалаға алып китә.

Туғандары менән Учалы үҙәк район дауаханаһы коридорында сират көткәндә бала уҡшып ҡоҫа башлай. Табиптар уны тәүҙә хирургияға, аҙаҡ педиатрия бүлегенә күсерә. Әсәнең әйтеүенсә, бала ауыртыныуҙан ҡысҡыра башлағас, уға ауыртыуҙы баҫыусы укол яһайҙар. Температураһы 38 градусҡа күтәрелә, малай хәрәкәтләнмәй тиерлек, тип хәбәр итә ProUfu порталы.
Табиптарҙың әйтеүенсә, иртәгә Алмасты “Ашығыс ярҙам” менән тикшереү өсөн республика дауаханаһына илтәсәктәр. ”Хәүеф булһа, беҙ уны реанимация бүлегенә күсергән булыр инек”, - ти баш табип урынбаҫары Арыҫлан Фәйзуллин.
Алмастың ағаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының “ҡыҙыу линия"һына шылтыратып ҡарай, әммә унда телефонды йә алмайҙар, йә ”тағы һеҙгә ни кәрәк?” тип битарафлыҡ күрһәтәләр. Малайҙы дауаханаға килтергән ағаларының әйтеүенсә, тәүге көндәрҙә балаға бер ниндәй ярҙам күрһәтелмәй. Хәле насарлана ғына.
"Беҙ бит уны тәнендә таптар күренә башлау менән килтерҙек. Йәкшәмбе көн дежур табипты эҙләнек, киске сәғәт 11-ҙә генә таптыҡ. Малайҙың температураһын ғына үлсәне лә китеп барҙы. Ошондай ауыр хәлгә килтереп еткерҙеләр. Антиобиотик һәм ауыртыуҙы баҫыусы укол ғына яһайҙар. Ни эшләргә лә белмәйбеҙ, бала бик йәл...” - ти малайҙың яҡындары. Нисек таң аттырырбыҙ, баш ҡала дауаханаһына ҡайһылайтып алып барып еткерербеҙ, Алмастың был ауырлыҡты кисерергә хәле етерме, тип ныҡ борсола улар.
Балаңа ярҙам итә алмауҙан да ауыры юҡтыр. Шулай ҙа сабыр итәйек, Алмастың тиҙерәк һауығыуын теләйек.
Фото: ProUfu
Автор: Дина Арсланова.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Nisek-ken-ta-attirirbi-73637/
Читайте нас