+22 °С
Ямғыр


Республикала тағы бер кеше лотереяла 1,5 млн һумға яҡын аҡса отҡан. Отошло билет алырға уға эске һиҙемләүе ярҙам иткән. Көндөң үҙе өсөн уңышлы булғанын һиҙенгән ир телефондағы мобиль ҡушымта аша билет һатып алған. Интуицияһы яңылышмаған.
Дмитрий Калмыков механик булып эшләй. Отошто нимәгә тотонасағын әлегә хәл итмәгән.
Фото: лотереяның матбуғат хеҙмәте