Новости
14 Ғинуар 2020, 08:41

Иҫке Яңы йыл менән, иптәштәр!

Сит ил кешеләрен аптыратҡан байрамға арнап, Баймаҡ районының Ишей ауылында йәшәгән Хәлиҙә апай Ишдәүләтова ошолай шиғыр яҙған:

Байрам менән дуҫтар, байрам менән,

Яңы йылдың бөгөн иҫкеһе.
Оҙатабыҙ ҡабанды - иҫке йылды,
Килмәһә лә уның киткеһе.

Сысҡан йылы булыр уңдырышлы-
Тигән фекер йөрөй халыҡта.
Уңыр ашлыҡ, Хоҙай бирһә әгәр,
Йәшәрбеҙ ҙә әле муллыҡта.

Бары ваҡытында яуһын ҡары,
Ваҡытында иҫһен елдәр ҙә.
Зәңгәр күктә осһон күгәрсендәр,
Тыныслыҡтар булһын илдәрҙә!

Байрам менән дуҫтар, байрам менән,
Яңы йылға аяҡ баҫабыҙ.
Имен булһын ҡыҙҙар-улдарыбыҙ,
Имен булһын әсә-атабыҙ!

Фото: Т.Аманов

Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/I-ke-Ya-i-yil-men-n-ipt-sht-r-72359/
Читайте нас