Новости
14 Ғинуар 2020, 08:31

Һауа торошо - 14-16 ғинуар

Көслө ел, буран, боҙлауыҡ...

Башгидрометеоүҙәге хәбәр итеүенсә, иртәгә, 14 ғинуар, республиканың айырым райондарында боҙлауыҡ, елдең көсәйеүе (18 м/с), буран көтөлә.

Юлдарға көрт һаласаҡ.

Бындай көндө юлға сыҡмайыраҡ тороуың хәйерле.

Һауа температураһы төндә -4,-9°, көндөҙ -1,-6°.

15 ғинуар - көн болотло буласаҡ, бер аҙ ҡар яуасаҡ, юлдарҙың айырым участкаларында - боҙлауыҡ.

Елдең тиҙлеге секундына 7-12 м.

Һауа температураһы төндә -5,-10°, көндөҙ -1,-6°.


16 ғинуар - көн аяҙлы-болотло, ҡар, рашҡы, боҙлауыҡ...

Елдең тиҙлеге секундына 7-12 м. (көсәйгәндә - 17 м/с.)

Һауа температураһы төндә -5,-10°, аяҙ мәлдә - -17°, көндөҙ 0,-5°.

Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/aua-torosho-14-16-inuar-73588/

Читайте нас