Новости
13 Ғинуар 2020, 12:05

Һыйырҙарҙы ла роботтар һауа башлаған

Әбйәлил районының "Красная Башкирия" кооперативында 6 мең 400 квадрат метрлыҡ майҙанды биләгән тәүге заманса ауыл хужалығы комплексы эш башланы.

Бында һауынсыларҙы – 12 һауынсы-робот алмаштыраа. Әйткәндәй, бындай ҙур майҙанда урынлаштырылған, тент менән ябылған, роботлаштырылған ферма Рәсәйҙә берәү генә.

Проект республика хөкүмәте ярҙамында тормошҡа ашырылған.

Фото: БЮТ

Яңылыҡ авторы: Гөлнара Солтанова.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/iyir-ar-i-la-robottar-aua-bashla-an-72385/

Читайте нас