Фатир хужалары өҫтәмә иҫәпләүҙәр алған 485 күп фатирлы йортто махсус комиссия тикшерәсәк. Республика властары “БашРТС”ҡа граждандарҙан штраф һәм пеня алмайынса иҫәпләнеп етмәгән суммаларҙы бүлеп түләттереүҙе тәҡдим итте.
Борис Беляев һүҙҙәренә ҡарағанда, бындай яңынан иҫәпләүҙәр – йылылыҡ өсөн үҙенсәлекле иҫәпләшеү менән бәйле стандарт ғәмәл. Бынан тыш, 5 535 йортта йәшәүселәр файҙаһына бер миллиард һумдан ашыу дөйөм суммаға төҙәтмәләр индерелгән.
– Нимәнең атҡарылыуы, ниндәй эш алып барыуыбыҙ хаҡында кешеләргә һөйләргә кәрәк, – тип белдерҙе Радий Хәбиров. – Уларға мәғлүмәт етмәй, шуға күпләп мөрәжәғәт итәләр.
Фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайтынан.