+22 °С
Ямғыр


30 мартта тура Минеральные воды ҡалаһына оса аласаҡбыҙ. Күҙалланыуынса, аҙнаһына ике рейс көтөлә: дүшәмбе һәм кесе йомала.
"Азимут" авиакомпанияһы башҡарасаҡ осошта самолет Өфөнән таңғы 6.15 сәғәттә ҡуҙғаласаҡ. Беҙгә иһә 12.45-тә төшәсәк.
Былтыр аэропортта ил төбәктәренә рейстар һаны 56 процентҡа артҡан. Әйткәндәй, үткән аҙнала тура рейстар Волгоград һәм Түбәнге Новгородҡа асылды. 2 марттан күршеләге Пермгә лә осоп бара аласаҡбыҙ. Бынан тыш, сит илдәр менән дә авиабәйләнештәр булдырыласаҡ.
Фото:vk.com.