

Улар дүртәү. Беренсенән, халыҡтың репродуктив сәләмәтлеген яҡшыртыуға һәм заманса медицина хеҙмәте күрһәтеүгә булышлыҡ итеү.
Икенсенән, репродуктив йәштәгеләрҙең миграцияһын көйләү механизмдарын булдырыу.
Өсөнсөнән, ғаиләгә "дуҫ" булған инфраструктураларҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән механизмдар уйлап табыу.
Дүртенсенән, балалы ғаиләләрҙең ыңғай образын һәм ҡиммәттәрен булдырыуға йүнәлтелгән проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу.
Өсөнсө пункт буйынса сараларҙы һанап үткәндә, "Асыҡ бала табыу йорто" концепцияһын булдырыу, "Уңайлы медосмотр" проекты, мәҙәниәт учреждениеларында "Балалар бүлмәһе" булдырыу, мәктәптәрҙә "продленка" ойоштороу кеүек мәсьәләләр ҡарала.
Муниципалитеттар ҙа балалы ғаиләләргә ярҙам итеү саралары планын төҙөнө.
Ҡыҫҡаһы, сабыйҙар тыуһын өсөн ир менән ҡатындың тырышлығынан башҡа... дәүләт ярҙамы ла кәрәк. Ә ундай ярҙам беҙҙә бар һәм артабан да мотлаҡ буласаҡ!
Фото: Автор фотоһы.