Ҡатын алған йәрәхәттәренән урында һәләк була, "Ашығыс ярҙам" табиптары ярҙам итеп өлгөрмәй. Республика ЮХХДИ-һынан хәбәр итеүҙәренсә, мәрхүмәнең кемлеге әлегә билдәле түгел, шәхесе асыҡлана.Авария кис ҡараңғы ваҡытта була. Йәйәүлеләр өсөн был айырыуса ҡурҡыныс мәл. Кис өйҙән сыҡҡанда хәүефһеҙлек өсөн яҡтылыҡты сағылдырған һәм асыҡ төҫтәрҙәге кейем кейергә кәңәш ителә. Юлды йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән махсус урындан ғына сығырға кәрәк икәнлеген онотмайыҡ.