Новости
13 Ғинуар 2020, 08:22

Лариса, ниһайәт, өйөнә ҡайтҡан...

Яңы йыл байрамы алдынан, 30 декабрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында юғалған Лариса Байғолованың туғандары ике аҙна эсендә ни кисергәнен аңлатып тораһы түгел: йортонан сығып эҙһеҙ юҡ булған яҡынын ҡайҙан һәм нисек эҙләргә, ни уйларға белмәҫһең...

Уларға ярҙамға полиция хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр ҡушылған, тик ошо көнгәсә Лариса хаҡында бер генә мәғлүмәт тә булмаған. Хоҙайбирҙин урамында йәшәгән ҡатын, әйтерһең, ете диңгеҙ артына олаҡҡан.
Туғандары Ларисаны аҡ йөҙлө, һары сәсәле, зәңгәр күҙле, ябығыраҡ кәүҙәле тип һүрәтләгән, шәшке тунда, ҡара ботинкаларҙа сығып киткәнен бәйән иткән.
Кисә иһә Стәрлетамаҡтан яҡшы хәбәр килде: ниһәйәт, Лариса Байғолова табылған, иҫән-һау. Ғүмерҙә онотолмаҫлыҡ байрам һәм ял ойошторғанмы, мажараға тарығанмы: яҡындарын борсоуға һалып, ике аҙна ҡайҙа юғалып йөрөгәндер - уныһы ҡараңғы.
Читайте нас