

Юҡ, “Яңы йылдың дуҫлыҡ сылбыры”. 20 декабрҙә үк шундай матур акцияны БР Хөкүмәтенең вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров менән беҙҙең “беренсе ханым” Каринэ Хәбирова балалар ҡатнашлығында башлап ебәргән.
Ябай ғына ул: дуҫлыҡ тураһында һәм башҡа матур һүҙҙәр яҙылған ҡағыҙ ҡулсаны йәбештерәһең. Шул ғына. Ниндәй телдә яҙһаң да була.
Әле сылбырҙың оҙонлоғо 300 метрҙан да ашып киткән. “Башҡортостан” дәүләт концерт залы алдында ул бер ҡулсаға тоташтырыласаҡ.
Балалар өсөн ҙур байрам менән тамамланасаҡ был акция. Флешмоб тиһәк тә була.
“Берҙәм Рәсәй” партияһы ярҙамы менән ойошторолған сараның маҡсаты ла матур: Рәсәй милләттәрен берләштереү, республикала йәшәүсе халыҡтарҙың этномәҙәниәтен үҫтереү.
Фото: "Башинформ".