Мәскәү – Ларнака маршруты буйынса самолетта осҡанда пассажирҙарҙың берәүһенең хәле бөтә. Табиптар Илшат Жданов менән Александр Самородов тиҙ генә уға ярҙам итә. Шулай итеп, самолетҡа ергә төшөргә тура килмәй. Был хәлгә, әлбиттә, “Өфө” футбол клубы медицина белгестәренең һәм борттағы хеҙмәткәрҙәрҙең килешеп эшләүе булышлыҡ итә.