Новости
13 Ғинуар 2020, 12:16

"Өфө" халыҡ-ара аэропортына бомба һалғандар!

"Кит, юҡтыр ул! Йәшлектәр, аптырап барағыҙмы?!!!", - тиерһегеҙ. Ысын шул - үткән шәмбелә, 11 ғинуарҙа аэропортта телефон аша шундай хәбәр алғандар...

Бының турала бөгөн БР Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәдә Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов белдерҙе. 11 ғинуарҙа полицияға шылтыратып, "Өфө" аэропортына бомба һалынған тип хәбәр иткәндәр. Һауа гаванен тиҙ арала эттәр, мобиль ҡоролмалар менән тикшергәндәр, терминалдарға инеү урындары һағы көсәйтелгән.


Бәхеткә күрә, шартлатҡыс табылмаған. Хоҡуҡ һаҡлаусыларға телефон аша уҫал шаяртыусы әҙәмде табып ҡулға алғандар.

Фото: Т.Аманов

Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/f--hali-ara-aeroportina-bomba-al-andar-72607/
Читайте нас