Ошондай бер осраҡ видеокүҙәтеү камераһы объективына эләккән. Таныусылар булһа, полицияға хәбәр итеүҙе үтенәләр.
Уғрылар 11 ғинуарға ҡаршы төндә Транспорт урамындағы тәүлек әйләнәһенә эшләгән сауҙа урынынан аҡса йыйылған йәшникте күтәреп алып сыға. Бөгөн йәнә шундай хәл: Сипайлово биҫтәһендәге һатыу нөктәһенән аҡса йәшниген урлайҙар. Полицияға хәбәр ителгән.
"Аҡсаны түгел, ә кескәйҙәрҙең һауығыуға өмөтөн дә урлай был әҙәм аҡтыҡтары", ти социаль селтәрҙә халыҡ.