– Һеҙҙең күрһәтмәгә ярашлы, Керәшен һыуығы мәлендә мәкелә һыу инеү йолаһын үтәгән кешеләргә хәүефһеҙлек шарттары тәьмин ителде, белгестәрҙән торған һаҡ көсәйтелде, – тине Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров, республика етәксеһенә мөрәжәғәт итеп.
– Кешеләр был йоланы хәүефһеҙ үтәй алһын өсөн барлыҡ муниципалитет башлыҡтары тейешенсә хәстәрлек күрергә бурыслы, һыуға төшөү урындары ла, башҡа шарттар ҙа алдан әҙерләнергә тейешле, – тине Радий Фәрит улы, оператив кәңәшмәләрҙә район һәм ҡала башлыҡтарының да видеоконференция рәүешендә ҡатнашыуын күҙ уңында тотоп.
Дәүләт комитеты етәксеһе шулай уҡ янғын сығыу, бейектән ҡолап төшөү осраҡтары һәм башҡа ғәҙәттән тыш ваҡиғаларға ла туҡталып үтте. Быйылғы ғинуар каникулындағы янғындар һаны былтырғы осор менән сағыштырғанда кәмерәк: уҙған йыл 185 янғын теркәлһә, быйылғыһында 150 тапҡыр ут сыҡҡан.
Сығыш яһаған яуаплы етәкселәр билдәләүенсә, ғинуарҙағы ял осорондағы барлыҡ планлаштырылған байрам саралары ла уңышлы үткән, уларҙа йөҙҙәрсә мең кеше ҡатнашҡан.
– Беҙ халыҡтың өҫтәл янында ашап-эсеп кенә ултырмауын, ә урамдағы сараларҙа ла ҡатнашыуы өсөн шарттар булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуябыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Каникул осоронда спритлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыу ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе кәметеүгә ыңғай йоғонто яһай алдымы? Уға анализ яһау ҙа талап ителә.