Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
12 Ғинуар 2020, 10:46
Ятаҡтағы мәхшәр ниҙән сыҡҡан?
Мәләүез районында полицияға 55 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Смаҡ ауылы кешеһе уға һөжүм итеп, аҡсаһын тартып алғанды белдергән.
Эш былай булған. Ир Мәләүез ҡалаһында урынлашҡан ятаҡтарҙың береһендә йәшәгән танышына ҡунаҡҡа килгән. Магазинға барып, кәйеф-сафа ҡороу өсөн алкоголле эсемлектәр һатып алғандар.
Ятаҡ коридорынан үткәндә уларҙың тулы пакеттар менән ҡайтҡанын ике йәш ир күреп торған. 1983 һәм 1987 йылғы әҙәмдәр иҫерек булған. Улар артабан да күңел асырға ниәтләгән, әммә аҡсалары етмәгән. Шуға күрә тулы пакеттар менән ҡайтҡан ирҙәргә “ҡунаҡҡа” барырға хәл иткәндәр.
Килеп, бүлмә хужаһынан һәм уның ҡунағынан аҡса талап итә башлағандар. “Юҡ” тигәнде ишеткәс, икәүһен дә туҡмарға тотонғандар, сүкеш менән биргеләгәндәр. Унан, кеҫәһендә дүрт мең һум аҡса ятҡан куртканы алып, сығып киткәндәр.
Полиция хеҙмәткәрҙәре талаусыларҙы тиҙ арала тотҡан. Улар быға тиклем дә хөкөм ителгән ике әшнә булып сыҡҡан. Таланған мөлкәт хужаһына ҡайтарылған. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: evening-kazan.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Yata-ta-i-m-hsh-r-ni-n-si-an-70614/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"