Новости
12 Ғинуар 2020, 10:39

Уларға ҡотолоу юлы булмаҫ кеүек...

Инде бер йылдан ашыу дауам иткән ваҡиғаға - Өфөлә ҙур вазифа биләгән өс полиция хеҙмәткәренең тәүтикшереүсене мәсхәрәләүе эшенә - һуңғы нөктә ҡуйылманы әле.

Яңы йылдың тәүге эш көнөндә полиция хеҙмәткәрҙәрен яҡлаған адвокаттар суд ҡарарын апелляцияға бирҙе. Прокуратура ла, декабрҙә сығарылған хөкөм бик йомшаҡ тип, суд ҡарарына ялыу тапшырған.
"Шулай уҡ хөкөм ителгәндәрҙең махсус званиеһынан мәхрүм ителмәүенә ҡаршы ялыу бирелде", - тип белдерә республика прокуратураһының матбуғат хеҙмәте.
Бик ҙур тауыш күтәргән енәйәт эше буйынса хөкөм 26 декабрҙә сығарылды. Суд ҡарары буйынса элекке полиция хеҙмәткәрҙәре Эдуард Матвеев һәм Салауат Ғәлиев - ете, Павел Яромчук алты йылға иркенән мәхрүм ителде, шулай уҡ улар зыян күреүсегә өс миллион һум түләргә тейеш. Хөкөм ителеүселәр үҙ ғәйебен таныманы.
Фото "Бәйләнештә" социаль селтәренән.
Автор: Рәмилә Мусина.https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Ular-a-otolou-yuli-bulma-ke-ek-71197/
Читайте нас