Новости
12 Ғинуар 2020, 10:49

Тауыҡ итенән – колбаса

Бөгөнгө ял табынына ниҙәр әҙерләйһегеҙ, уңған хужабикәләр? Һеҙгә үҙенсәлекле рецепт тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, көнөгөҙ йәмле булһын, дуҫтар!

Был ризыҡты әҙерләү өсөн беҙгә 500 грамм тауыҡ ите, 200 грамм ҡуйы һөт, ике йомортҡаның ағы, бер сәй ҡалағы крахмал, бер тырнаҡ һарымһаҡ, тоҙ, борос кәрәк буласаҡ.
Тәүҙә тауыҡ итен йыуып киптерәбеҙ. Бер киҫәген ҡырҡып, ситкә һалып ҡуябыҙ. Ә ҡалғанын ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Өс-дүрт мәртәбә үткәрәбеҙ, ныҡ итеп ваҡланғансы. Йомортҡаның ағын ғына айырып алабыҙ, һарыһы кәрәкмәй. Ҡатнашмаға ҡуйы һөт, крахмал, тоҙ, борос, тәмләткестәр ҡушып болғатабыҙ. Артабан ҡалған тауыҡ итен шаҡмаҡлап киҫәбеҙ. Һарымһаҡты ваҡлайбыҙ. Сыр, һарымһаҡ, туралған тауыҡ итен ҡатнашмаға ҡушабыҙ.
Шунан пергамент ҡағыҙы түшәп, әҙер фаршты һалабыҙ. Кәнфит формаһында йомарлап, ситтәрен бәйләйбеҙ. Батон рәүешендә һәйбәтләп аш пакетына төрөп, бау менән ныҡ итеп бәйләп ҡуябыҙ. Бешергән ваҡытта һыу эләкмәҫкә тейеш. Кәстрүлдә һыуҙы ҡайнатып, колбаса батонын талғын утта 30 минут бешерәбеҙ. Әҙер булғас, һыуыҡҡа сығарабыҙ. Алты сәғәттән һуң ашарға мөмкин.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Автор: Рисаля Юмагулова.https://bash.rbsmi.ru/articles/common_material/Taui-iten-n--kolbasa-69424/
Читайте нас