Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
12 Ғинуар 2020, 12:29
"Мир" сауҙа үҙәгендә - янғын
Бөгөн иртән Өфөләге "Мир" сауҙа-күңел асыу комплексында янғын башлана. Ут дүртенсе ҡатта урынлашҡан кафеларҙың береһендә сыға.
Урынға тиҙ арала янғын һүндереүселәр килеп етә. Улар уттың гидрофильтрҙа ҡыҫҡа замыкание булыу сәбәпле сыҡҡанлығын асыҡлай. Ҡотҡарыусылар килгәнсе, кафе хеҙмәткәрҙәре баҙап ҡалмай: ут һүндергестәрҙе ҡулланып, янғынға таралырға ирек бирмәйҙәр.
Әле ҡотҡарыусылар ҡыйыҡ аҫтарын ентекле тикшерә. Сауҙа үҙәгенә килгәндәрҙе бинанан сығарып тороу талап ителмәй. Бәхеткә, ҙур бәлә урап үтә.
Әле "Мир" сауҙа үҙәге ғәҙәттәге режимда эшләй.
Фото Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.
Автор: Миләүшә Сайтакова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Mir-sau-a--gend--yan-in-71296/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"