Новости
12 Ғинуар 2020, 12:22

Мәскәүҙәр ҡунаҡсыл икән!

Илебеҙҙең баш ҡалаһында “Асыштар ҡалаһы” тип аталған белем биреү-туристик пилот проекты тамамланды.

Үҙенсәлекле проект сараһына төрлө төбәктәрҙән 300-ҙән ашыу бала йыйылды. Башҡортостандан да конкурстарҙа, олимпиадаларҙа еңеү яулаған уҡыусылар, ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгәндәр ҡатнашты.
Балалар һәйбәт ял итһен, матур тәьҫораттар алһын өсөн мәскәүҙәр ҙур тырышлыҡ һалған. Үҙенсәлекле сәйәхәт күңелдәрҙә күңелле хәтирәләр булып оҙаҡ һаҡланыр. Проекттың үҙенсәлеге шунда – баланы пассив тыңлаусынан әүҙем тикшеренеүсегә әүерелдереп, роль моделен үҙгәртеү. Быны аңлау өсөн маршруттарҙы атап үтәйек: “Транспорт һәм космос”, “Урбанистика”, “Һанлы технологиялар”, “Биотехнологиялар һәм биомедицина”, ”Знергетика”...
Ҡунаҡтар белгестәрҙән һөнәр һайлау буйынса файҙалы кәңәштәр алды. Третьяков галереяһы, Ҡала мэры шыршыһы, Кремль һарайы, “Сколково” технопаркы, Останкин телебашняһы һәм башҡа иҫтәлекле урындар кескәй йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.
Автор: Дина Арсланова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/M-sk--r-una-sil-ik-n-70439/
Читайте нас