Милли медицина палатаһы президенты Леонид Рошаль республика медицинаһы һәм Башҡортостан дәүләт медицина университеты үҫешенә индергән тос өлөшө өсөн ошо юғары уҡыу йортоноң маҡтаулы докторы исеменә лайыҡ булды.
Бөгөн профессор Башҡортостан дәүләт медицина университетында булды һәм республика Медицина палатаһы идараһы кәңәшмәһендә ҡатнашты. Унда табиптар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре йыйылғайны.
Милли медицина палатаһы йыл һайын Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлаусыларҙың беренсел аккредитацияһын үткәрә. Үткән йылда алты белгеслек буйынса һөнәри белемен арттырыу программаларын үҙләштергәс, уҡыу йортон тамамлаусылар һәм ординаторҙар тәүҙә ошо процедураны үткәйне. Леонид Рошаль республикала медицинаның алға китеүе һәм унда Башҡортостан дәүләт медицина университетының тос өлөшө барлығы хаҡында һөйләне.
"Яңы корпустар төҙөлә, сит илдәрҙән килгән бихисап студенттар уҡый. Республика үҫешә, ниндәй проблемаларҙың барлығы һәм уларҙы нисек хәл итергә кәрәклеге хаҡында беләбеҙ. Республиканың бар халҡы һаулыҡ һаҡлау менән тулыһынса ҡәнәғәт булырға тейеш. Бына шуның өсөн йәшәргә кәрәк. Беҙ ошоға ынтылабыҙ, барыһы ла яҡшы булырына ышанабыҙ", – тип белдерҙе Леонид Рошаль.