Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
12 Ғинуар 2020, 09:52
Кеше аҡсаһына үрелһәң...
Баймаҡ ҡалаһы магазинында 72 йәшлек ҡатын бер нисә минутҡа касса эргәһендә аҡса янсығын ҡалдыра, унда биш меңлек купюра ятҡан була. Килеүенә аҡса юҡ. Ҡатын шунда уҡ полиция хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итә.
Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре урланған аҡсаның эҙенә тиҙ төшә. Аҡсалы янсыҡты 67 йәшлек ир күреп ҡалып, шунда уҡ автомобиленә запчасть алыуға тотонған икән. Пенсионер үҙ ғәйебен тулыһынса таный һәм аҡсаны кире хужаһына ҡайтарып бирергә һүҙ бирә. Шулай ҙа урлау осрағы буйынса тикшереү эше асыла.
Кеше аҡсаһына үрелһәң, язаһыҙ ҡалмаҫһың. Шул уҡ ваҡытта янсыҡты ҡарауһыҙ ҡалдырып китеү ҙә эш түгел...
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Карима Усманова.https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Keshe-a-sa-ina-rel-71137/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"