Новости
12 Ғинуар 2020, 12:18

Иң яҡшылар Төмәнгә юлланасаҡ

Башҡортостанда Ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса махсус олимпиаданың республика спартакиадаһы бара.

Ярыштарҙа Учалы, Яңауыл, Стәрлетамаҡ, Нефтекама һәм Өфөнән һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгән спортсылар ҡатнаша.
Беренсе көндә станцияға 55 спортсы сыҡты. Улар 25-тән 1 мең метрға тиклемге алты дистанцияла снегоступтарҙа көс һынашты. Икенсе көндә саңғыла уҙышасаҡтар.
Ярыштарҙа иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкәндәр Бөтә Рәсәй махсус олимпиадаһында ҡатнашасаҡ. Быйыл ул февралдә Төмән ҡалаһында үтә. Ул ярыштарҙа алдынғы урындарҙы яулағандар иһә Бөтә донъя ҡышҡы уйындарына юлланасаҡ.
Фото: bash.news.
Автор: Айһылыу Низамова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/sport-m-turizm/I-ya-shilar-T-m-ng-yullanasa-71083/
Читайте нас