Новости
12 Ғинуар 2020, 09:53

Енәйәттәр нисек асыла?

Рәсәй Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин журналистар менән осрашыу ваҡытында криминалистика хеҙмәтен үҫтереү буйынса пландары менән уртаҡлашҡан.

Етәксе һүҙҙәренсә, криминалистика үҙәге территориаль тәфтиш бүлексәләренең эшмәкәрлек һөҙөмтәлелеген яҡшыртыу ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәттәрҙе асыуҙың тотороҡло үҫешенә йоғонто яһай. Һуңғы өс йылда 35 төбәктә енәйәттәрҙе асыу күрһәткесе күтәрелгән, шул иҫәптән Башҡортостанда ла.
Алдағы йылдарҙа Тәфтиш комитеты штаты, шулай уҡ урындарҙа ла хеҙмәткәрҙәр һаны арттырыласаҡ.
Фото: kursk.kp.ru
Автор: Рәмилә Мусина.https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/En-y-tt-r-nisek-asila-71095/
Читайте нас