Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
12 Ғинуар 2020, 10:18
Башы тимер рәшәткә араһына инеп китеп...
10 ғинуарҙа, тиҙ ярҙам хеҙмәтенә шылтыратыу була: башы тимер рәшәткәгә ҡыҫылған кешегә ярҙам кәрәклеге хаҡында.
Был сетерекле хәл киске 11-ҙәр тирәһендә "Көньяҡ" автовокзал янындағы туҡталышта була. Автобус көтөп торған 60 йәшлек ир ҡоймаға башы менән терәлә. Әмәлгә ҡалғандай, башы тимер рәшәткә араһына инеп китә, һәм үҙе кире сығара алмай. Ир бындай хәлдә күпме торғандыр инде, уныһы билдәһеҙ. Шаһиттар ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтырата. Бәхеткә күрә, ирҙе йәһәт килеп ҡотҡаралар һәм дауаханаға оҙаталар.
Ғәҙәттә, балалар менән генә була торған хәлгә, баҡтиһәң, өлкәндәрҙең дә эләгеүе бар икән. Бар нәмәлә һаҡһыҙлыҡты юғалтмау зарур шул.
Фото: pixaday.com
Автор: Миләүшә Сайтакова.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Bashi-timer-r-sh-tk-ara-ina-inep-kitep-70889/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"