Новости
12 Января 2020, 10:23

"Аксаков шыршыһы"на Радий Хәбиров килде

“Аксаков шыршыһы”байрамына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та килде. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, был байрамда инвалид балалар ҡатнашты. Сара Радий Фәрит улының ҡатыны Каринэ Хәбирова башланғысы менән ойошторола.

Төбәк етәксеһе балаларҙы һәм ҡунаҡтарҙы яңы йылға аяҡ баҫыуыбыҙ менән ҡотланы, бөтәһенә лә һаулыҡ, уңыштар теләне.
“Беҙҙең республикала бөгөнгө сарала ҡатнашҡан кеүек тағы 17,5 мең бала бар. Барығыҙҙы ла бик яратабыҙ. Мин үҙем, беҙҙең Хөкүмәт һәм муниципалитеттар башлыҡтары һеҙгә ярҙам итергә, күтәреп йөрөргә һүҙ бирәбеҙ. Минең бурысым ошо.
Бөгөн бында килгән, шулай уҡ үҙҙәренең балалары менән өйҙәрендә ултырған әсәйҙәргә иң яҡшы, йылы һүҙҙәремде еткерәм. Башҡарған эшегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә. Ҡыйыулығығыҙ, бөтмәҫ сабырлығығыҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙең проблемаларығыҙҙы яҡшы аңлайым. Беҙ уларҙы бергә хәл итәсәкбеҙ.
Бөгөн беҙҙә “Аксаков шыршыһы” үтә. Дөйөм алғанда, республика буйынса ошондай байрамдарҙа 18 мең самаһы баланы Ҡыш бабай һәм беҙҙең мөғжизәле дуҫтарыбыҙ ҡотланы.
Тағы бер тапҡыр Яңы йыл менән тәбрикләйем! Сәләмәт булығыҙ, йышыраҡ йылмайығыҙ һәм шуны белегеҙ: һеҙ беҙгә кәрәк. Беҙ һеҙҙе яратабыҙ!” - тине республика Башлығы.
Аҙаҡ журналистар менән аралашҡанда Радий Хәбиров үҙенсәлекле балалар өсөн башҡарылған көндәлек бурыстар тураһында һөйләне. Мәҫәлән, Өфөлә әле ҙур реабилитация үҙәге проектлана. Ошондай уҡ учреждениеларҙы Көньяҡ Уралда, бәлки Сибайҙа, шулай уҡ республиканың төньяғында булдырыу планлаштырыла. Радий Фәрит улы белдереүенсә, бындай эштәр өҫтөнлөклөләр рәтендә. Төбәк етәксеһе өҫтәүенә кварталға бер тапҡыр һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ата-әсәһе менән осрашып тора. Был ғәмәл артабан да дауам итәсәк.
Фотолар: glavarb.ru
Автор: Альфия Мингалиева.https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Aksakov-shirshi-i-na-Radiy-H-birov-kilde-70832/
Читайте нас