Новости
12 Ғинуар 2020, 11:59

Аҡса ла юҡ, билет та юҡ...

Өфөлә йәшәгән ҡатын кеше интернет мутлашыусыларынан алданған.

Һауала осоу иң ҡиммәтле транспорт төрө тип һанала. Шуға ла беҙ берәй ергә самолет менән барырға тура килһә, осһоҙораҡҡа билет эҙләйбеҙ.

Баш ҡалала йәшәгән ҡатын кеше лә шулай иткән. Уға балаһы менән Дондағы Ростовҡа барырға кәрәк булған.

Ҡатын интернетта түбән хаҡҡа авиабилеттар тәҡдим иткән сайт тапҡан. Исем-шәрифен, паспорт мәғлүмәтен яҙғас, ул билет өсөн 19 мең һум тирәһе аҡса күсергән. Ҡатын көткән-көткән, тик вәғәҙә иткәндәренсә уның электрон почтаһына билеттар килмәгән.

Сайт мутлашыусыларҙыҡы булып сыҡҡан. Зыян күреүсе хоҡуҡ һаҡлаусыларға мөрәжәғәт иткән, "Мутлашыу" статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/A-sa-la-yu--bilet-ta-yu-71192/
Читайте нас