Новости
12 Января 2020, 11:37

10 ғинуарҙа йырсы Салауат Фәтхетдинов 60 йәшен билдәләгән! Ҡотлайбыҙ!

Үҙе йырсы, үҙе уҡытыусы, үҙе уҙышсы, үҙе йәмәғәтсе ир уҙаманы Салауат Зәки улының ижады барыбыҙға ла таныш. Ул йөҙәрләгән йыр, тиҫтәләгән аудиоальбом авторы булып тора. Оҙон ғүмер, һаулыҡ, бәхет-шатлыҡ теләйбеҙ!

Белешмә:
Салауат Фәтхетдинов
(1960), йырсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәтсе. «Салауат» йыр театры етәксеһе, Ҡазан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университетының кафедра мөдире, почётлы профессоры (2017). 2006 йылдан Рәсәй балалар фондының Татарстан республика бүлексәһе рәйесе. Автоуҙыштар буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2005). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2005), Башҡортостан Республикаһының (2019) һәм Татарстан Республикаһының (1995) халыҡ артисы, Ульяновск өлкәһенең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2010). Татарстандың Муса Йәлил (2003) һәм Ғабдулла Туҡай (2008) исемендәге дәүләт премиялары, Тәтешле районының Әнғәм Атнабаев исемендәге премияһы (2010) лауреаты. Автокросс буйынса ике тапҡыр Рәсәй чемпионы (2008; 2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районы Аҡсәйет ауылынан.
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/B-g-n-yirsi-Salauat-F-thetdinov-60-y-shen-bild-l-y--otlaybi-69498/
Читайте нас