Новости
11 Ғинуар 2020, 08:26

Юл фажиғәләре - 9 ғинуар

9 ғинуарҙа республика юлдарында ике автомобиль аварияһы теркәлеп, ике кеше травмалар алды.

Өфө ҡалаһының Киров районында (Төҙөүселәр урамында) "Toyota RAV4" менән ВАЗ-2112 машиналары төкөлөштө.
ВАЗ-дың 21 йәшлек водителенә медицина ярҙамы күрһәтелгән.
ВАЗ машинаһы Өфө-аэропорт автоюлы буйлап китеп барғанда, 54 йәшлек ҡатын йөрөткән "Тойота" уның юлына арҡыры килеп сыҡҡаны билдәле.
Тәүлек эсендә 33 иҫерек водитель тотолған.
10 ғинуарҙа киске сәғәт етенсе яртыла Өфөнөң Калинин урамында КамАЗ менән пассажир автобусы ("Газель Next") бәрелешкән.
Авариянан һуң өс пассажир ҡатын дауаханаға килтерелгән (211-се маршрут буйынса йөрөгән автобуста 5 пассажир булған).
Фото: Д.З.Ғилметдинов.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова.
Йәшлек гәзите.
Читайте нас