Новости
11 Ғинуар 2020, 16:44

"Йәшәгем килмәй тип элек үк әйтә ине..."

Хабаров крайының Бикин ҡалаһында үлгән яҡташ һалдат – Әлшәй районы егете Андрей Михайлов тирәләй бәхәстәр тынмай.

Уҙған аҙна аҙағында тимер юлында уның үле кәүҙәһен табыуҙары тураһында хәбәр иткәйнек инде. Тәүге фараз буйынса, 21 йәшлек егет үҙ-үҙенә ҡул һалған.Тик яҡындары быға ышанырға теләмәй.
Әле асыҡланыуынса, Андрей йөрөгән ҡыҙы Каролинаға хушлашыу хаты ҡалдырған булған икән. Тик ҡыҙ белдереүенсә, егет үҙ-үҙенә ҡул һалмаған, ә ни бары шул көндә үлерен белгән.
Каролина уны үҙенең ҡарт өләсәһе фатирына йәшәргә урынлаштырған булған, хат шунда табылған. Һалдат яҙмала бер кемде лә ғәйепләмәгән, тик борсолоуҙарын белдергән.
"Андрей нисек ауыр булыуы, былай артабан йәшәй алмауы тураһында яҙған. Мине яратыуын әйткән һәм хушлашҡан, - тигән ҡыҙ “Уфа1” баҫмаһы журналисына. – Йәшәгем килмәй тип декабрь башында уҡ әйтә ине, мин бының өсөн әрләй торғайным. Ул шул төндә үҙен үлтерәсәктәрен белгән, тик был турала ата-әсәһенең белеүен теләмәгән. Шуға күрә үлемен суицид һымаҡ итеп күрһәткән".
Шулай уҡ, Каролина һөйләүенсә, Андрей Максим исемле элекке хеҙмәттәшенән бурысҡа 24 мең һум аҡса алып торған. Тик проценттар артып, бурыс хаҡы 100 мең һумға тиклем еткән. Шул сәбәпле уға янағандар.
Журналистар Максим менән дә бәйләнешкә сыҡҡан.
"Мин Андрейға бурысҡа килешеү нигеҙендә аҡса бирҙем, документтар бар, – тигән ул. – Егет йәл, тик аҡса өсөн мин уны үлтермәҫ инем. Бының файҙаһы юҡ, кеше үлтерерлек ҙур сумма тураһында һүҙ бармай бит, мин бандит түгел. Хәҙер уның ғаиләһе ғәйепле кешене эҙләй, уларҙы аңлайым. Тик минең ҡыҫылышым юҡ. Андрейҙы һуңғы тапҡыр ноябрь аҙағында күргәйнем. Ул бай йәшәргә яратты, тик бурыстарын ҡайтарғыһы килмәне. Бик күп кешенән аҡса ала ла бирмәй ине ул. Был бер кемгә лә оҡшамай, әлбиттә.
Егет Михайловтар ғаиләһенең бушҡа ғәйепләүҙәре сәбәпле полицияла ғариза яҙырға ниәтләй.
Әлегә тиклем был хәлдә аныҡлыҡ юҡ. Ни менән эш бөтөр? Ҡарарбыҙ...
Фото: Уфа1
Автор: Альфия Мингалиева.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Y-sh-gem-kilm-y-tip-elek-k-yt-ine-70249/
Читайте нас