Новости
11 Ғинуар 2020, 06:00

Туғандар менән бәйләнеште өҙһәң...

Динебеҙҙә туғандарға ҡарата яҡшы мөнәсәбәттең ни ҡәҙәр ҙур әһәмиәткә эйәлеген раҫлаған хәҙистәр бихисап. Шуларҙың бер нисәүһен иҫкә алып үтәйек.

* “Туғандары менән бәйләнеште өҙгән кеше ожмахҡа инмәҫ”.

* “Кем ризығының күп, ғүме­ренең оҙон булыуын теләй, шул туғандары менән бәйләнеште яҡшыртһын”.

* “Рәхим (туғанлыҡ бәйлә­нештәре) Аллаһтың тәхетендә эленеп тора. Кем уны һаҡлай, шуны Раббыбыҙ хәстәрләр, ә араларҙы өҙгәнгә ауырлыҡ өҫтәр”.

* “Туғандар менән бәйләнеште сәләм биреп булһа ла тотоғоҙ”.

“Ҡөрьән Кәрим”дә әйтелә: “Аллаһҡа һүҙ биргән­дән һуң вәғәҙәһен боҙғандарға, Ул берләштерергә ҡушҡанды айырғандарға, Ер йөҙөндә боҙоҡлоҡ таратҡандарға – ләғнәт һәм яман йорт!” (“Күк күкрәү” сүрәһенән). Бында Аллаһҡа: “Һин – беҙҙең Раббыбыҙ!” – тип ант биргәндән һуң Уның менән бәйләнеште һәм туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен өҙгәндәр, гонаһ ҡылып, ерҙә боҙоҡлоҡ таратып йөрөгәндәр тураһында һүҙ бара. “Яман йорт” тигәндә йәһәннәм күҙ уңында тотола.

Фото: rumahsyari123.com
Автор: Дилбәр ИШМОРАТОВА әҙерләне.https://bash.rbsmi.ru/articles/iman/tu-andar-men-n-b-yl-neshte-/
Читайте нас