Өйҙә үҫтереү өсөн “каскеленский”, “грибовский”, “үзбәк-243”, “әрмән-269” тип аталған сорттар яраҡлы. Ерҙе ҡайҙан алырға? Магазиндан әҙерҙе алырға була, был осраҡта тупраҡҡа өҫтәмә ашлама индереү кәрәкмәй. Үҫентеләр һәм йәшелсә өсөн махсус әҙерләнгәнен алырға кәрәк. Баҡсанан йәки парктан алған тупраҡҡа ашлама индереү зарур.
Укропты ултыртыуҙың да серҙәре бар. Ваҡ орлоҡ өсөн биш миллиметрлыҡ тәрәнлектәге соҡор етә. Уны ер менән ҡапламаҫҡа мөмкин. Иртә яҙ көнө ултыртаһығыҙ икән, тупраҡҡа ҡар һалығыҙ ҙа өҫтөнә орлоҡто һибегеҙ. Ҡар ирейәсәк һәм орлоҡтарҙы үҙе артынан ергә алып инәсәк. Бынан тыш, унда үҫентеләр өсөн файҙалы матдәләр бар, тик ул таҙа урындан алынырға тейеш.
Ҡарһыҙ ваҡытта ултыртһағыҙ, орлоҡты ергә һалғас, мул ғына итеп һыу һибергә онотмағыҙ. Аҙаҡ һауытығыҙ өҫтөнә полиэтилен япма ҡаплағыҙ ҙа ҡояшлы урындан алып ҡуйығыҙ. Йәшел үҫентеләр сыҡҡас, япманы алығыҙ һәм уларҙы яҡты урынға күсерегеҙ.
Эрерәк орлоҡ булһа, еүешләгеҙ. Марляға урап, һыулы тәрилкәгә һалығыҙ. Орлоҡ бүртенгәс, берәмләп ергә ултыртығыҙ. Араһы йыраҡ ҡына булһын, улар бер-береһенә ҡамасауламаҫҡа тейеш.
Ҡасан сығыуы сортынан тора. Ҡайһы берҙәренә бер-ике көн етә, ҡайһыһына бер аҙна ваҡыт кәрәк, икенселәре туғыҙ-ун көндән һуң саҡ килеп сыға. Ошоға тиклем сыҡмай икән, тимәк, орлоҡ сифатһыҙ булған.
Яҡтылыҡҡа килгәндә, ул бик мөһим. Көндөҙгө һәм тәбиғи яҡтылыҡ – иң яҡшыһы. Лампа менән яҡтыртыуҙан артыҡ фәтүә юҡ. Әгәр яҙ йәки йәй ултыртаһығыҙ икән, балконға сығарып ҡуйыу – иң ҡулайы.
Һыуҙы даими ҡойоп тороу кәрәк, тик артығын һалмағыҙ.