

Бер ҡараһаң, һалдат фажиғәлә хеҙмәттәштәренең ғүмерен ҡыйған, атай-әсәйҙәренә, ғаиләләренә төҙәтеп булмаҫлыҡ ҡайғы килтергән, сабыйҙар етем ҡалған. Шулай ҙа тәүге көндәрҙән Рәмилде яҡлаусылар күберәк булып сыҡты. Ошо көндәрҙә “Рамблер” аналитик хеҙмәтенең социологик һорау алыуында ҡатнашҡандарҙың 66 проценты Рәмилдең был аҙымын хуплауын белдергән. “Уны мәсхәрәләгәндәр бит, шулай булғас, фажиғәнең сәбәбе билдәле инде. Был уның үҙен һаҡлауы булған”, - тигән улар.
Халыҡтың 24 проценты Шәмсетдиновтың ҡылығын өнәмәй. “Был ысын һалҡын ҡанлы үлтереү!" тигән фекерҙәрен белдергәндәр. Ә һигеҙ процент был һорауға яуап биреүҙән баш тартҡан. Һорау алыуҙа бөтәһе 5063 кеше ҡатнашҡан.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә һалдат һәләк булғандарҙың яҡындарынан ғәфү үтенде. “Үҙемде тыя алмай бындай аҙымға барыуыма үкенәм. Шулай ҙа миңә башҡаса юл юҡ ине. Бындай мәсхәрәгә артабан түҙә алмай инем. Булдыра алһағыҙ, ғәфү итегеҙ”, - тип яҙған Шәмсетдинов.
Фото: “Бәйләнештә”.