Американдар, ысынын әйткәндә, ҡурҡыу белмәҫ халыҡ. Кеме булһа ла, хатта Президентҡа ҡарата фекерен тура итеп әйтә лә ҡуя. Беҙҙә икенсе төрлөрәк: күбеһенсә “һыуға һөйләйбеҙ” йә “кеҫәнән йоҙроҡ күрһәтәбеҙ”, ”дүрт кешелек табында ҡысҡырынабыҙ”.
Бына әлеге актриса Дональд Трампты, маҡтансыҡ, үҙенең вазифаһын ихтирам итә белмәй, тип әрләгән. Үҙенә төбәп әйтмәгән инде ул да, ә бер журналға интервью биргәндә һөйләгән. Уныһы ла батырлыҡ. Әлеге лә баяғы беҙҙә, билдәле кешенән сәйәси темаға бер нәмә һораһаң, етәкселекте һүгә-һүгә лә, “быны яҙып ҡуймағыҙ”, тип иҫкәртә.
Тағы Стоун ханыма әйләнеп ҡайтабыҙ. Ул: “Мин Путинды үҙ иленең көслө лидеры тип иҫәпләйем”, – тигән. Һәм Дональд Трамптың икенсе мөҙҙәткә һайланыуына шиген белдергән.
Бахыр, Трамп әфәнденән актерҙар көлә. 2018 йылда Арнольд Шварценеггер, Путин менән Трамптың Хельсинкиҙағы осрашыуынан һуң былай тигәйне: “...АҠШ Президенты уның (Путиндың) янында бөрөшөп әсеп бөткән бәләкәй макарон кеүек күренде ...”
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова.