Новости
11 Ғинуар 2020, 16:52

Салауат Фәтхетдинов ни өсөн беҙҙә ҡалмаған?

Бөгөн бихисап яҡташтарыбыҙ Ҡазанда йәшәй, шунда ижад итә. Йыш ҡына күңелдә "ни өсөн улар Өфөнө түгел, ә Ҡазанды һайлай?" тигән һорау тыуа.

Мәҫәлән, яратҡан йырсыбыҙ, Тәтешле егете Салауат Фәтхетдинов?

Мин йылдың бер айын – авгусында – Ҡазанда йәшәйем, апрелдә – Башҡортостанда, - ти ул. - Ә ҡалған айҙар гастролдәрҙә үтә. Ә ни өсөн мин - Ҡазанда, ә Өфөлә йәшәмәйем? Беҙҙең ауылдан дүрт саҡрым алыҫлыҡта Ҡуйыҙа тимер юл станцияһы урынлашҡан. Унан ике яҡҡа китеп була: Ҡазан йәки Екатеринбург. Күрәһең, Ҡазанға билет хаҡы осһоҙораҡ булған, шунда киткәнмен дә. Өфөгә тимер юл юҡ, ә Стәрлетамаҡта уҡығанда "ПАЗ"иктарҙа йөрөп туйғайным. Әле лә ул автобустарҙы күрә алмайым. Ә эш ҡайҙа йәшәүгә бәйле түгел. Барыбер Өфөлә лә, Ҡазанда ла концерттар һаны күпме планға индерелгән, шул тиклем ҡуйыла, артығы түгел”.

Фото: “Бәйләнештә”.


Автор: Венер Исхаҡов.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Salauat-F-thetdinov-ni-s-n-be---alma-an-70641/
Читайте нас