Новости
11 Ғинуар 2020, 06:05

Өс полицейский бирешергә теләмәй...

Инде йылдан ашыу дауам иткән ваҡиға быйыл да тамамланмаясаҡ әле - тәүтикшереүсене мәсхәрәләүҙә ғәйепләнеп, хөкөм ителгән өс элекке полиция хеҙмәткәренең адвокаттары, хөкөм ҡарарын яңынан ҡарауҙы һорап, Башҡортостандың Юғары судына мөрәжәғәт итте.

Эште ҡайтанан ҡарау ваҡыты әлегә билдәһеҙ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, эске эштәр органдарында юғары вазифа биләгән өс етәксе 2018 йылдың октябрендә эш урынында күңел аса. Икенсе көндө улар менән бергә байрам иткән тәүтикшереүсе ҡыҙ был кешеләрҙең уны мәсхәрәләүе хаҡында ғариза яҙа.
Декабрҙең һуңғы көндәрен барлағанда резонанс тыуҙырған енәйәт эше буйынса хөкөм сығарылды. Эдуард Матвеевты һәм Салауат Ғәлиевте - ете, Павел Яромчукты алты йылға иркенән мәхрүм иттеләр. Шулай итеп улар дөйөм режимлы колонияға оҙатылырға тейеш ине, әммә адвокаттар, ҡануниәт биргән хоҡуҡтан файҙаланып, апелляцияға бирҙе. Әйткәндәй, хөкөм ителеүселәрҙең береһе лә үҙенең ғәйебен таныманы.
Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәренән.
Читайте нас