Новости
11 Ғинуар 2020, 09:20

Ришат Төхвәтуллин өйләнгән, тиҙәр...

Алдан хәбәр итеүенсә, йырсы Яңы йыл каникулын тыуған ауылы Ҡарамалы – Ғөбәйҙә уҙғарған.

Ну, был артистарҙы! Берәүҙәре бәҙрәфкә инеп сыҡҡанында ла көҙгө янында фотоға төшөп, интернетҡа һала, ә бәғзеләре шәхси тормошо хаҡында ләм-мим. Һуңғыларының йәшәйеше хаҡында ултыр инде тегенеһен-быныһын фаразлап!
Бигерәк тә оҙаҡ кәләш алмай йөрөгәндәрҙең яҙмышы ҡыҙыҡһындыра. Шундайҙарҙың береһе - Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Ришат Төхвәтуллиндың өйләнеүен көтә-көтә көтөк булдыҡ.
Оҙайлы ҡышҡы ялдан һуң, егет тәүге эш көнөндә “Инстаграм”да тура эфир ойошторған. Унда йырсының бер танышы, никах нисек үтте, тип һораған. Ә Ришат: “Һәйбәт кенә үтте, барыһы ла яҡшы”, - тип яуаплаған. Был яуап бер кемгә лә тынғылыҡ бирмәй хәҙер. Кемдең никахы тураһында һүҙ барыуы билгеһеҙ. Артабан "Кем өйләнде?", "Кәләшең кем?" һ.б. һорауҙар менән мөрәжәғәт итеүселәрҙең иҫәпһеҙ-һанһыҙ булыуына ҡарамаҫтан, йырсы был хаҡта бер ни ҙә өндәшмәй. Сөнки Ришат партизандың да партизаны, шәхси тормошон бер ҡасан да асып һалмай.
Фото: социаль селтәрҙәр.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлилов.
Йәшлек гәзите.
Читайте нас