Күршеләре белдереүенсә, ул бынан бер нисә йыл элек баш ҡаланан күсеп ҡайта, ауылда йорт һатып ала. Тик әбей эскелек менән шөғөлләнә. Бынан тыш, уның элек ялған араҡы һатыу менән шөғөлләнеүе лә билдәле.
Ауыл халҡы өҙлөкһөҙ рәүештә хәмер ҡулланған әбейҙең аҡылына зыян килеүен дә фаразлай. Атап әйткәндә, янғын сығырҙан алда уның, йортома ут төртәм, тип урам буйлап йөрөүе асыҡланған. Шуныһы ла мөһим: был йортто ваҡытында иҫәп-хисап яһамағаны өсөн газ һәм электр селтәрҙәренән өҙгән булғандар. Йылыныр өсөн яңғыҙ әбей иҙәндә усаҡ яҡҡан - ут шунан тоҡанған, имеш. Әле янғын сәбәптәрен асыҡлау эше бара.