Новости
11 Ғинуар 2020, 06:10

Өммәт көсө – ир-егеттә

Ҡояш календары буйынса яңы 2020 йыл килде. Уны изге маҡсаттар менән баш­лайыҡ. “Барыһы ла ниәткә бәйле”, – тигән бит пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.

Шул уҡ ваҡытта тәү сиратта милләтебеҙҙең, өм­мә­тебеҙҙең көс-ҡеүәте артыуын теләйек. Ә был асыл­да – көслө зат ҡу­лын­да. “Ир-аттың ҡеүәте – Ватандың ҡөҙрәте”, “Ил ирҙәр менән көслө”, “Ирҙең даны – иленән, халҡы ме­нән еренән”, “Ирҙәр айы­рылһа, ил таралыр”, “Ир аҡыллы булһа, ҡатын – күндәм”, “Ҡатынды йөҙөк ҡашы ла, мунса ташы ла иткән – ир”... Ошо һәм баш­ҡа мәҡәл-әйтемдәрҙән, халыҡ ижадының бүтән төрҙәренән, ата-баба­ла­ры­быҙҙың яҙмышынан күре­үебеҙсә, көслө зат борон-борондан тормош тотҡаһы, йәмғиәттең терәк-таянысы, ғаиләнең ныҡлы “арҡаһы” булған, уға һәр ваҡыт ҙур ышаныс бағланған.

Ҡөрьәндә, пәйғәмбәребеҙ Мөхәм­мәт ғәләйһис-сәләм­дең хәҙистәрендә лә ир-аттың баһаһы күп тапҡыр тәҡрарланған. Көслө зат динебеҙҙә төп урынды би­ләй, уның иңенә Ватаны, халҡы, милләтенә бәйле бихисап бурыс йөкмә­телгән. Өммәттең көсө хаҡ юлдағы ир-аттың күплеге, уларҙың күркәм сифаттары менән баһалана. Пәйғәм­бәребеҙ ҙә үҙ тормошо, ғәмәл-ғибәҙәттәре менән ир-ат өсөн мәңгелек һабаҡ ҡалдырған.

“Мөхәммәт ғәләйһис-сә­ләм нин­дәй булды?” – тип һорағандар бер мәл хәҙрәти Ғәйшәнән. Яуап шулай яңғыраған: “Ул “Ҡөрьән Кәрим”дең үҙе ине”.

Пәйғәмбәребеҙ, йәмғиәт алдында дини бурыстарын теүәл үтәү менән бер рәт­тән, мәғлүм ки, кәсепселек менән уңышлы шөғөл­лән­гән. “Ҡы­йыу, тәүәккәл йүн­сел ризыҡланыр”, – ти­гән ул. Хәҙистәренең бере­һендә фәҡирлектең динһеҙ­леккә яҡын икәнен әйткән. Йорт хужаһы үҙ тормошон да алып бара алмай, ғаи­лә­һен ҡарарға ла көсө ет­мәй икән, ул ниндәй ир? Аллаһ Тәғәлә иманлы, һө­нәрле бәндәһен һөйә. Пәй­ғәмбә­ребеҙ үҙ тормошо аша ошоға инандырып, хеҙмәт­тең юғары әһәмиәтен раҫ­лап йәшәгән. Шул уҡ ва­ҡытта кәсеп­селекте намыҫ­лы, ғәҙел алып барырға өн­дәгән: ошо саҡта ғына уңыш­ҡа, Аллаһтың рәхмә­тенә өлгәшергә мөмкин.

Мосолман ир-аты илен, ерен, ғаиләһен, абруйын һаҡ­ларға, ата-әсәһенә, ба­ла­ларына, ҡаты­нына ҡара­та иғтибарлы, ихтирамлы бу­лырға тейеш. “Өйлә­не­геҙ, күп бала үҫтерегеҙ. Ҡиә­мәт көнөндә өммә­тем­дең ҙурлығы менән ғорур­ла­нырмын”, – тигән бер хә­ҙисендә Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләм. Ул шулай уҡ үҙеңдән алда башҡаларҙы уйларға, тәкәбберлеккә би­релмәҫкә, бер-береңә ҡара­та иғтибарлы, ихтирамлы булырға, татыулыҡҡа әйҙәгән.

Пәйғәмбәребеҙҙең ама­на­тына тоғро ҡалып, уның күр­һәткән өлгөһөндә йә­шәргә тырышһын ине ир-егет­тәребеҙ. Шул саҡта хал­ҡы­быҙҙың, миллә­тебеҙҙең, өммәте­беҙҙең көс-ҡеүәте артыр, алдағы көн­дә­ребеҙ яҡты булыр, иншаллаһ.
Автор: Дилбәр ИШМОРАТОВА әҙерләне.https://bash.rbsmi.ru/articles/iman/mm-t-k-s-ir-egett/
Читайте нас