Новости
11 Ғинуар 2020, 09:24

Космонавт кешелеккә янаған иң ҙур хәүеф тураһында әйтте

Рәсәй йыһангиры Геннадий Падалко космоста иң оҙаҡ булыусылар араһында донъяла беренсе урында тора. Дөйөм алғанда, ул 878 тәүлек “беҙҙән өҫтә” булған. Тимәк, күберәк тә беләлер.

Падалка фекеренсә, кешелеккә климаттың үҙгәреүе лә, экологик катастрофалар ҙа, глобаль йылыныу йә һыуыныу ҙа ул хәтлем үк ҡот осмалы булып янамай.
- Ә кешелек өсөн иң ҡурҡынысы – үҙ-ара һәм ил-ара конфликттар, - тигән космонавт.
Тарҡаулыҡ, бер-береңде күралмаусанлыҡ, көнсөллөк, ресурстар өсөн ғауға сығыу, тип тә өҫтәргә булалыр.
Әйткәндәй
Йыһан тигәндән, шундай мәғлүмәт бар: быйыл беҙҙең бер “елле” генә космос проекты буйынса эш әүҙемләшәсәк. Айырыуса Марсҡа ғилми миссия ебәреүгә әҙерлеккә ҙур иғтибар биреләсәк.
Нисек тә шул ҡыҙыл планетаға Американан алда барып етеп ултырырға ине.
АҠШ-тан тыш, ҡытайҙар, ғәрәптәр ҙә юлға әҙерләнә. Беҙҙең ниәт: Марсҡа “Казачок” платформаһы менән десант модулен төшөрөү. Шуны Европа (ЕКА – Европа йыһан агентлығы) менән бергә эшләү күҙаллана.
Фото: РИА-Новости.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова.
Йәшлек гәзите.
Читайте нас