Быларҙың барыһы ла нервы көсөргәнешлеген арттыра. Әгәр ҙә унан ҡотолмаһағыҙ, бер аҙҙан йөҙ-ҡиәфәтегеҙҙә генә түгел, сәләмәтлек торошонда ла үҙгәрештәр башланыуы ихтимал.
Нервы көсөргәнешлеге тыуғанда, эшкә һәләт кәмей, йоҡо насарлана, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ юғала, бер кем дә, бер нимә лә иғтибарҙы үҙенә тартмай, был хәлдән сығыу юлы юҡ кеүек. Бер аҙҙан бындай хәл-тороштоң хроник формаға күсеүе ихтимал. Ул саҡта гормондар фоны, иммун системаһы зарарлана, тимәк, организм төрлө вируслы сир-сорға ишек аса тигән һүҙ.
Һалҡын тейҙереү, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре йыш маҙаға тейә башлай, сәс ҡойола, тән тиреһе төҫһөҙләнә.
Нервы көсөргәнешлегенең тәүге билдәләрен ҡарайыҡ:
* әүҙемлекте һәм көс-дәртте юғалтыу;
* даими уңайһыҙлыҡ тойоу;
* йоҡлай алмау;
* сәбәпһеҙ ҡыҙып барыу;
* ситләшкәнлек.
Үҙегеҙҙә нервы көсөргәнешлеген тойһағыҙ, уға ҡаршы көрәште башлағыҙ. Иң ябай һәм тәьҫирле ысул – спорт менән шөғөлләнеү йә иһә бейеү түңәрәгенә йөрөү, һәр ваҡыт хәрәкәттә булыу. Физик әүҙемлек кенә организмда эндорфиндар – шатлыҡ гормондары кимәлен күтәрә. Спорт менән шөғөлләнә башлау менән баштағы насар уйҙар ҙа осоп сығып бөтә, кәйеф күтәрелә. Бер эште икенсеһенә еңел генә алмаштырығыҙ, ял итергә өйрәнегеҙ.
Өйөгөҙгә ҡайтып, кейемдәрегеҙҙе һалыу менән эш тураһында онотоғоҙ, бары үҙегеҙ өсөн уңайлыҡтар булдырыу тураһында уйлағыҙ. Ҡыҙыҡлы әңгәмәселәр менән аралашыу, мәҙәни сараларға барыу, дөрөҫ туҡланыу, витаминдар ҡабул итеү нервы көсөргәнешлеген йомшартырға ярҙам итер. Һәр хәлдә сирҙе үҙ ағышына ҡуймаҫҡа, сәләмәтлегеңде көйләргә, хәстәрләргә өйрәнергә кәрәк.