Новости
11 Ғинуар 2020, 16:46

Күҙ ҡабағы шешенһә, ни эшләргә?

Иртән тороуға күҙ ҡабағы шешенеүен күреү бик күңелһеҙ, һәм ул һирәк күренеш түгел. Бының күҙәнәк араларына күп һыу йыйылыу сәбәпле барлыҡҡа килгәнен һәр кем яҡшы аңлай, ә күҙ тирәһендәге тире йоҡа һәм нәфис, шуға иң беренсе ул бирешә.

Шешенеүҙең сәбәптәре төрлө булыуы мөмкин: ашауҙың кинәт үҙгәреүе, ныҡ әсе, тоҙло аҙыҡ менән туҡланыу, алкоголь ҡулланыу, ултыраҡ тормош алып барыу, экранға йыш текләп ултырыу, йоҡо туймауы, гормональ үҙгәрештәр, бөйөр сире, нимәгәлер аллергия. Ул йыш ҡабатланһа, табиптар менән кәңәшләшеү мотлаҡ. Әгәринде етди сәбәп булмайынса күҙ шешенһә, уны өй шарттарында бөтөрөүе ҡатмарлы түгел.
Һәр иртә һыуҙа тоҙһоҙ һәм шәкәрһеҙ бешерелгән һоло йәки дөгө бутҡаһы ашау яҡшы һөҙөмтә бирә. Кисен һыу, бүтән шыйыҡса эсеүҙе ҡыҫҡартырға, уны төшкә тиклем күберәк эсергә кәрәк. Ташҡабаҡ һәм кишер һутын иртән ас ҡарынға эсеү шешенеүҙән бик ныҡ ярҙам итә. Аллергия булмағанда, ас ҡарынға бер ҡалаҡ бал ашап, аҙағынан һыу эсеп ҡуйыу ҙа шешенеүҙән ҡотҡара. Ҡара сәй, ромашка, шалфей төнәтмәһен һыуытып, мамыҡҡа һеңдереп күҙгә 10-15 минут ябыу – шешенгәндә ярҙамға килеүсе сараларҙың береһе. Шулай уҡ яңы ҡыяр, картуфты ҡырып шул сама ваҡытҡа һалыу ҙа шешенгән күҙ ҡабағына файҙаға ғына. Саҡ ҡына йылытылған һөттө лә шул юл менән күҙгә ябып ҡарағыҙ – һөҙөмтәһе буласаҡ. Тағы ла бармаҡ остары менән крем һөртөлгән күҙ тирәһен ипләп кенә һуҡҡылып алыу, йәғни массаж эшләү яҡшы.
Һәр сир организмдағы кире яҡҡа үҙгәреш тирә-яҡ мөхиттең бысраныуына ғына түгел, күберәк үҙебеҙгә бәйле, шуның өсөн иң беренсе нәүбәттә сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға, дөрөҫ туҡланырға өйрәнергә кәрәк.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Аклима Гизатуллинаhttps://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/K--aba-i-sheshen--ni-eshl-rg-70611/
Читайте нас