Новости
11 Января 2020, 09:26

"Игентау"ҙың ит продукцияһы Баймаҡ кибеттәрендә һатыла башланы

Былтыр асылған кооперативтың продукцияһы бер нисә сауҙа нөктәһенә һатыуға сығарылған. Мәҫәлән, йылҡы итенән билмәндең 800 грамлыҡ ҡабы 208 һум тора.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Игентау"ҙың етәксеһе Азамат Ильясов артабан да эшләргә ниәтләй. Пландарында - һатыуҙы бар районға таратыу һәм ит ризыҡтары ассортиментын арттырыу.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: кооператив былтыр декабрь айында асылды. Унда билмән, котлет, тефтель, аш йыйылмаһы, фарш кеүек иттән ашамлыҡтар етештерелә. Проект "Килем килтереүсе проекттар" дәүләт республика проекты буйынса булдырылған.
Фото: "Баймакский вестник" гәзитенән
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров.
Йәшлек гәзите.
Читайте нас