Новости
11 Ғинуар 2020, 16:47

"Әхирәттәрем менән байрам иттем"

Яңы йыл көндәрендә республикала 24 йәшлек Валерия Хлобыстованың юғалғаны тураһында хәбәр иткәйнек.

Уны өйҙә ире һәм ике балаһы көтөп ҡалған. Уларҙың борсолоуын аңлатып тораһы түгел. Ҡатыны ҡайтмағас, ире эҙләү иғлан иткән, полицияға ғариза яҙған.
Һәм бына түбәндәге мәғлүм булды: Валерия өйөнә имен-һау әйләнеп ҡайтҡан, эҙләүҙәр туҡтатылған. Ҡайҙа йөрөгәнлеген йәш әсә былай тип аңлатҡан: әхирәттәре менән күңел асҡан, Яңы йылды байрам иткән. Әммә быға тиклем төрлө сығанаҡтарҙа ҡатынды икенсе ир менән күреүҙәре, әсәнең Башҡортостанды ташлап китергә йыйыныуы хаҡында ла хәбәрҙәр булғайны. Ире иһә: "Валерия ҡайтты, барыһы ла яҡшы. Эҙләүҙәрҙә ярҙам итеүселәргә рәхмәтемде белдерәм", — тип белдергән.
Фото: newsbash.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаеваhttps://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/hir-tt-rem-men-n-bayram-ittem-70628/
Читайте нас