Новости
11 Ғинуар 2020, 16:55

Үҙ-үҙенә ҡул һалған, тиһәләр ҙә...

Башҡортостан егете, контракт буйынса Хабаров крайында хеҙмәт иткән Андрей Михайлов эшенең, ниһайәт, осо күренде кеүек. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һалдат бер аҙна элек Бикин ҡалаһында һәләк булғайны.

Бында бик күп бәхәс барлыҡҡа килде. Тәүге фараз буйынса, егет үҙенә ҡул һалған, тинеләр. Туғандары быға ышанманы һәм уны үлтергәндәр, тип дәлилләргә тырышты. Шул уҡ ваҡытта ҙур проблема ла тыуҙы: имеш, егетте кисәге көн менән хеҙмәттән ҡыуғандар һәм уның кәүҙәһен ата-әсә үҙ иҫәбенә алып ҡайтырға тейеш ине. Бының өсөн республика халҡы аҡса ла йыя башлағайны.
Әле, ниһайәт, егет хеҙмәт иткән хәрби частың рәсми ҡарары билдәле булды. Унда Андрейҙың үлем сәбәбен асыҡлау өсөн суд-медицина экспертизаһы үткәргәндәр.
Шулай итеп, һөҙөмтә буйынса, уның кәүҙәһендә көсләп үлтереү эҙҙәре табылмаған: мәрхүмдең башы йәрәхәтләнгән һәм ҡулдары һынған. Моғайын, ул тимер юлы буйлап китеп барған, һәм яңылыш поезд тапатҡандыр, тиҙәр. Шулай уҡ Андрейҙың хәрби часта күп кешенән бурысҡа аҡса алыуы хаҡында мәғлүмәтте лә инҡар иткәндәр.
Бынан тыш, егетте кисәге көн менән хеҙмәттән ҡыуҙылар тигән хәбәр ҙә дөрөҫкә сыҡмаған. Хәрби часта, киреһенсә, кәүҙәне алып ҡайтыу буйынса булған барлыҡ сығымдарҙы ҡапларға әҙер булыуҙарын белдергәндәр. Андрейҙың кәүҙәһен киләһе аҙнала килтерәсәктәр.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиеваhttps://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/en--ul-al-an-ti-l-r-70699/
Читайте нас