Новости
11 Января 2020, 07:00

Балағыҙҙы йәберләһәләр…

Һәр баланың тиҫтерҙәре менән мөнәсәбәтендә ҡытыршылыҡтар, аңлашылмаусанлыҡтар була. Кемдер ундай ауырлыҡтар менән һирәк, кемдер көн һайын осраша, сөнки һәр бала бәләкәй булһа ла – шәхес.

Балалар баҡсаһында уйын­сыҡ өсөн ыҙғыш сыҡһа, мәк­тәп­тә проблема тәрәнерәк, ҡай­һы бер уҡыусылар лидер бу­лырға ынтылып, башҡа­ларҙы үҙенә буйһондорорға тырыша.

Күпселек осраҡта низағ­тар йәш ғаиләләрҙең тәж­рибәһеҙ­леге һөҙөмтәһендә килеп сыға, улар балаларының мәктәптә нин­дәй хәлдәргә тарыу мөм­кин­леген яҡшы күҙ алдына килтермәй. Әгәр ҙә улы­ғыҙҙың тик һеҙ теләгән һәйбәт балалар менән аралашыуын талап ит­һә­геҙ, коллективта уны йәбер­ләргә тырышыусылар барыбер табы­ласаҡ. Иң яҡшыһы – һәр кем менән уртаҡ тел табырға ты­рышыу. Класташтарын өй­гә саҡы­рыуына ҡаршы төшмә­геҙ. Ҡайҙа ла улығыҙҙы үсек­ләр­гә, йәненә тейергә тыры­шыу­сылар та­былыр. Уны оҡ­шамаған һүҙ­ҙәрҙе лә шаяр­тыуға борорға йә иһә бөтөнләй иғтибар итмәҫкә өйрәтегеҙ.

Балағыҙға оҙаҡ йылдар бу­йы бер үк коллективта үҫергә, уҡырға тура киләсәк, шуға кү­рә улығыҙҙың бөтәһе менән дә һәйбәт мөнәсәбәт тыуҙы­рыуы мөһим. Был осраҡта ата-әсә­ләр­ҙең аҡыл­лы, уйла­ныл­ған аҙым­дары ярҙамға килә. Мәҫә­лән, балағыҙҙы ҡыйыр­һы­тыу­сы уҡыу­сы­ларҙы берәй сараға (киноға йәки йорто­ғоҙға) саҡырып, уларға ҡарата йылы мөнәсә­бәтегеҙҙе белде­реү ҙә етә. Һәй­бәт мөғәмәлә күп осраҡта ба­лаларҙың ҡы­рыҫ­лығын, тиҫ­кә­релеген ­еңергә ярҙам итә.

Шуныһы ла бар, спорт ме­нән даими шөғөлләнгән балаға танылған “һуғыш суҡ­мар­ҙары” яҡын килмәҫкә тырыша. Баланы үҙен яҡларға, бә­ләкәйҙән фекерен белде­рергә өйрәтергә кәрәк.
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләнеhttps://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/bala-y-y-y-berl-l-r-/
Читайте нас