Новости
11 Января 2020, 06:00

Балаға исем һайлау уйын эш түгел

Ғаиләлә бала тыуыуы һәр саҡ оло шатлыҡ. Ул беҙҙе көн дә ғәжәпләндерәсәк, һоҡландырысаҡ. Ата-әсә өсөн исем һайлау иһә мөһим һәм ҡатмарлы аҙым булып тора. Был хаҡта ЗАГС нимә ти? Психологтар ниндәй кәңәш бирә?

Добавить в предпочтительные источники Google
Һүҙ ҙә юҡ, исемдең фамилия менән яңғырашлы булыуы мөһим. Исемдең нимә аңлатыуы, йөкмәткеһе лә ҡыҙыҡһындыра торғандыр. Ата-әсәләрҙең күбеһен уның заманса булыуы ылыҡтыра. Ә хәстәрлекле әсәләр исем арҡаһында мәктәптә балаларға ҡушамат тағылып ҡуймаһын тип ҡурҡа.
Рәсәй Ғаилә кодексының 58-се статьяһы айырыуса креатив булырға тырышҡан ата-әсәләрҙең хоҡуҡтарын сикләй. Бала исемендә һан, хәреф-һан ҡушымтаһы, символдар, әрләшеү һүҙҙәре булмаҫҡа тейеш. Германияла, мәҫәлән, баланы аҙыҡ, предмет хөрмәтенә атау закон менән тыйылған, ә беҙҙә - хөрриәт!
Психологтар әйтеүенсә, исем мәғәнәле, йөкмәткеле һәм милли трдицияларға тап килһә, бигерәк тә һәйбәт. Исемдең быуындан-быуынға күсә килеүендә лә насарлыҡ юҡ. Бер үк класта өс Айгөлдөң йәки ике Азаматтың булыуы ғына бер аҙ аңлашмаусылыҡҡа килтереүе мөмкин.
Фото:ok.ru.Автор: Дина Арсланова
Читайте нас