Новости
11 Ғинуар 2020, 06:05

Алдаҡсы Ҡыш бабай

Беҙҙең урам балаларының, йәғни тартайҙарҙың тыпырсынып көтөп алған байрамы Яңы йыл ине. Һәр өйҙә йәшел шыршы иң түрҙән урын алған. Ҡайһыбыҙҙыҡы матурыраҡ биҙәлгән икән, тип өй беренсә йөрөп, Яңы йыл атрибутына баһа бирәбеҙ. Клубта шау-гөр килеп үткән “маскарад”ҡа юл ябыҡ. Йәнәһе, танауҙары кипмәгән әле. Беҙгә ни, нәфселәре ҙур түгел кешеләргә, тере Ҡыш бабайҙы күрһәк, күстәнәсенән ауыҙ итһәк, шул буйтым еткән.

Белһәгеҙ икән ҡыңғыраулы аттарҙа елгән, ҡыҙыл бәрхәт менән тышланған санаһында батшалай ултырған аҡ һа­ҡаллы бабайҙың йомарт­лы­ғын! Ар­ҡаһына аҫҡан тоғона хатта үҙенең көсө ет­мәй. Ул интегеп, эҙләп йонсомаһын, йә иһә юғалтып ҡуймаһын тип, беҙ саналарҙы паровоз итеп теҙеп, Землемер тауын ваҡыт­лыса урам урта­һындағы ҡал­ҡыулыҡҡа алмаштырып то­рабыҙ. Текәлеге менән бик маҡтана алмаһа ла, саналар унан тағы ла шәберәк төшә. Өҫтәүенә Ҡыш бабайға ла йәтеш – ҡарға бата-сума тауға үр­ләйһе түгел. Йәше лә апаруҡ баралыр, юғиһә маңлай сәс­тәре, бөҙрәләнеп торған һаҡал-мыйығы ап-аҡтан булмаҫ ине.

Ҡыңғырауҙар сыңлағанын ишетеүе­беҙ була, янып торған ҡыҙыл сапанын кейгән бабайыбыҙҙың ҡаршыһына шарылдашып йүгерәбеҙ. Ат­тарының да эйәһенә оҡшауын әйт! Шул тиклем аҡыллылар! Берлиндың үҙен алған кеүек сыр-сыу килешеп оло ҡунаҡҡа ябырылған ыбыр-сыбырҙан тулап өркмәйҙәр ҙә хатта.

– Аһа-һай! Иҫән-һауһы­ғыҙмы, балалар! Алыҫтарҙан килдем, бына һеҙгә күстәнәс килтерҙем! – тип ап-аҡ ҡарға услап-услап кәнфиттәр һибә лә, беҙҙең рәхмәт әйткәнде лә тыңлап тормайынса, юлын дауам итә.

Ә уның тылсымлы ҡулынан төшкән кәнфиттәрҙең тәмле­леге! Менделеев таблицаһы­ның бөтә элементтары туп­лан­ған хәҙерге “чипсы”, “кириеш­ки” түгел инде улар, ып-ысын, тәбиғи татлыҡайҙар. Тәүҙә ҡом­һоҙлашып, талаша-төр­төшә кемуҙарҙан тәмлекәс­тәрҙе йыйып алабыҙ, артабан уртаға һалып, кемдеке күберәк икәнлеген асыҡлайбыҙ, аҙаҡ бер-беребеҙ менән ихлас бүлешәбеҙ.

Шулай Ҡыш бабайлы ҡыш­тарҙы тилмереп көтөп, яман­һыулап оҙата торғас, ниһайәт, ағай-апайҙар, күрше әхирәтем теҙенә баҫып, мин дә мәктәп буҫағаһы аша атланым. Хәҙер инде икеләтә бәхет йылмайҙы – йомарт бабай, урамыбыҙға инеп, бер тәмлекәс­тәргә күмә, мәктәп шыршыһына ҡунаҡҡа килеп икенсегә һөйөндөрә, өҫтәүенә шиғыр һөйләгән һәм матур уҡыған өсөн дә өйөп күстәнәс өләшә.

Тик шуныһына ғына тө­шө­нә алмай йонсойбоҙ: Мәскәүгә лә, беҙгә лә берҙән-бер Ҡыш бабай бара, имеш, ҡайһы­лайтып бөтә ергә өлгөрә икән? Нисек меңләгән балаға күстәнәсе етә?

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был һорау­ҙарға яуаптар тиҙ табылды. Сираттағы Шыршы байрамынан бөтә Тартай балаһы өйкөлөшөп ҡайтып киләбеҙ. Кәйеф шәп. Ҡыш бабай күстәнәсте мул өләште. Тартай тыҡрығына боролғас, өлкән ағай-апайҙар йомарт аҡһаҡалтай тураһында һүҙ ҡуйыртты.

– Сапаны матур, ивет, ҡар бөртөктәре ҡушып тегелгән.

– Эргәһендәге ейәнсәре лә ып-ысын кеүек.

– Ниңә ып-ысын кеүек ти, нәстәйәщий Снегурочка бит ул, – тип тел ҡыҫтырҙым мин.

Сәтәкәй кешене тыңлап тор­ҙолар, ти... Радмир күршебеҙ белдекле ҡиәфәттә:
– Ҡыш бабайҙы таныны­ғыҙмы? – тип һорап ҡуйҙы.

– Эйе, күрше Фәнил ағай ине, – тип яуапланы апай­ҙарым.

– Ә мин һеҙҙе таныма­ғанһығыҙ­ҙыр тигәйнем, эйе, ул бит минең күрше Фәнил ағайым, – тип өҫтәне Радмир. Ә тауышында тәрән ҡәнәғәтлек тойғоһо!

– Нисек инде? Ниндәй күршең? Ул бит ыс-сын Ҡыш баб-бай! – тип ярһыным мин тотлоға-тотлоға.

– Ып-ысынмы? Ха-ха-ха!..

Тартайҙы ғына түгел, ауылды яңғыратып көлдө аҡыллы баштар. Ә минең күңел кисерештәрем, әрнеүҙәрем берәүҙе лә ҡыҙыҡһын­дырманы. Юҡты һөйләгән күр­шеләр таралышып, өйгә ингәс, өмөт тулы күҙҙәр менән һөйөклө ағайыма баҡтым:
– Ағай, ағаҡайым! Ысын Ҡыш бабай бит ул, ивет, ниндәй Фәнил абзый булһын инде? – тип ялбарам.

Үҙемдән ике йәшкә өлкән ағайымдың минең яҡлы булырына шул тиклем дә ышанысым көслө. Бәпәй саҡтан ел-ямғыр тейҙермәйсә яҡлаусым ине ул.

– Ҡаңғыртма мине, зинһар, – уның тауышында үкенес тойғоһо яңғыраны. – Ысын Ҡыш бабай булмай бит ул, һеңлем, юҡ ул, юҡ!

Минең ялбарыулы ҡиәфәттә шаңҡып тороуымды күргәс:
– Фәнил ағайҙы осратһаң, иғтибарлыраҡ ҡара: күҙҙәре зәп-зәңгәр, танауы ҡыҙыл, – тип өҫтәне.

Еңелеүемде таныу ифрат ауыр ине. Бөтөнләй ҡойолоп төштөм, аяҡтарҙы иҙәнгә тыпырҙатып:
– Алдашмағыҙ! Ысын Ҡыш бабай бар ул, бар! – тип ярһыр хәлгә еттем.

Ике-өс көн үткәс, яман­һыу­лап, санамды һөйрәп урамға сыҡтым. Уйламаған ерҙән “Ҡыш бабай” тигән күрше абзый ҡаршыма килеп сыҡты. Баҫҡан еремдә ҡатып, оҙаҡ тексәйеп ҡарап торҙом үҙенә.

Тә-ә-әк... Ҡыҙыл танау, зәп-зәңгәр күҙҙәр (ә бит бындай күҙҙәр Ҡыш бабай менән Ҡар­һылыуҙа ғына була тип уйлай инем элек), аҡһыл мыйыҡ, мөләйем ҡараш, ыҫпай буйы... Бөтә яғы тап килә! Вәт, ҡарт шайтан, оло башың менән “Ҡыш бабаймын” тип бала-сағаны алдап йөрөмәһәң инде! Ояла ла белмәй!

Өлкән кешегә юл баҫып, таш һындай ҡатып тороуыма, күҙҙәремдең ағы менән йөҙөнә бағыуыма ул бер аҙ тартынып, ғәжәпһенеп китте, буғай. “Ни булған был Таһир ағайҙың ҡыҙына?” – тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә, эргәмдән һаҡ ҡына үтеп китте.

– Алдаҡсы Ҡыш бабай! – күҙ йәштәремә төңөлөп, уның артынан ҡысҡырғым килһә лә, тауышым үҙемдән ары китә алманы.
Был хәлдән һуң күңелемдә оҙаҡ ҡына оло бушлыҡ ха­ким­лыҡ итте. Әхирәтем Айфилә:
– Ярай, көймә, иҫең киткән икән иҫке сәкмәнгә. Ысын ни ҙә ысын түгел ни, иң мөһиме – күстәнәсле тоҡсайы ҡалыныраҡ булһын, – тип йыуатты.

...Аҙағыраҡ ағайҙарым үҙҙәре Ҡыш бабай булып, ҡыңғыраулы аттарҙа ауыл урамдарын, Тартайымды ҡыҙы­рып үттеләр. Әле һаман Яңы йыл байрамында еҙ ҡыңғырау моңдарына хистәр тулышып, күңел ярҙарына һыймайынса сайпылып ҡала.

Әммә йылдар үткән, тормош алға киткән һайын, Яңы йылдың тилмереп көтөп алын­ған ҡунағы – Ҡыш бабай ғына йыбана башланы, ахыры. Арҡаһына аҫҡан тоғо ла йоҡарғандан-йоҡара бара, ауыл урамдарын да аҡ тояҡлы аттарҙа йөҙ ҡат урап көмөш моңға күммәй ул. Йыш ҡына тауыштары ла элеккесә көр ишетелмәй, ә ҡатын-ҡыҙҙыҡына оҡшап бысҡылдап сыға. Ундайҙарға ҡарап, хас бала саҡтағы кеүек:
– Һеҙ алдаҡсы Ҡыш бабай! – тип ҡысҡырғым килә.

Ә һеҙҙең?

Күгәрсен районы.
Автор: Гөлшат ВӘЛИЕВАhttps://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/alda-sy-ysh-babay-/
Читайте нас